ГлавнаяИсполнителиГөлсөм БикбулатоваАҡ болоттар минус
название:

Аҡ болоттар минус


автор:

Гөлсөм Бикбулатова


рейтинг: ★★★★★ / 5 / 1047 просмотров
Юлай Үҙәнбаев көйө 
Зәлифә Ғилметдинова һүҙҙәре

Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,
Их, шуларҙы тотоп алаhы.
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр шул,
Йәш көйөнсә килә ҡалаhы.

Ҡушымта:
Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,
Их, шуларҙы тотоп алаhы.
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр,
Йәш көйөнсә килә ҡалаhы.

Йәшлек йылдар бик тиҙ үтәләр шул,
Хәтирәләр генә ҡалдырып.
Ағарталар сикә сәскәйҙәрен,
Маңлайҙарға hырҙар ҡалдырып.

Ҡушымта:
Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,
Их, шуларҙы тотоп алаhы.
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр,
Йәш көйөнсә килә ҡалаhы.

Көтөп тормай беҙҙе бер ҙә ваҡыт,
Әллә ҡайҙа шулай ашыға.
Ҡыуып тота алмай йәш ғүмерҙе
Йәйәү ле лә, хатта атлы ла.

Ҡушымта:
Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,
Их, шуларҙы тотоп алаhы.
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр,
Йәш көйөнсә килә ҡалаhы.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Аҡ болоттар минус" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен