ГлавнаяИсполнителиАльбина Шамсутдинова & Андрей Харитонов"Ҡош юлы" проекты өсөн махсус яҙылған
название:

"Ҡош юлы" проекты өсөн махсус яҙылған


автор:

Альбина Шамсутдинова & Андрей Харитонов


рейтинг: ★★★★★ / 5.5 / 1540 просмотров
1. Сиге юҡ был донъяның беҙҙен өсөн, дуҫтар,
Ҡайҙарҙа ғына булһаҡта - яҡын аралар.
Гитараны ҡулға алып сығырбыҙ беҙ ҡырға,
Күңелле йырҙар  йырлап илһамланырға.

ҡуш-та:Таң атканда ҡырау төшөр,
                   Тик һүнмәҫ беҙҙең усаҡ,
                   Ҡош юлына юл тотабыҙ,
                   Сөнки хыялдар уртаҡ.
                   Үҙ көсөңә  ышан, дуҫым,
                   Дөрөҫ юл һайла!
                   Гитараңда  уйнап ебәр,
                   Һандуғастай һин һайра!

2. Тирә яҡта ҡоштар һайрай, йылғалар аға,
Ағас шаулай, елдәр иҫә, ямғырҙар яуа,
Йәмле тәбиғәт ҡосағы, айлы кистәре...
         Оноторлоҡ түгел, дуҫтар, ошо хистәрҙе.
 
3. Сиге юк был донъяның, дуҫтар, беҙҙең өсөн.
         Берләштерә гитараның моңло тартыу көсө,
        Ҡулдар уйнай, йөрәк тулай, ҡош юлы алға атлай,
         Йырҙарыбыҙ киләсәккә халҡым моңон һаҡлай.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня ""Ҡош юлы" проекты өсөн махсус яҙылған" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен