ГлавнаяИсполнителиСагинбаев ЮнирОнотманым һине ауылым
название:

Онотманым һине ауылым


автор:

Сагинбаев Юнир


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1410 просмотров
Күңелемә дауа кеүек була
Көн дә һине иҫкә алыуым,
Нишләр инем, әгәр был донъяла 
Һин булмаһаң тыуған ауылым.

Хушлашҡанда һиҙмәгәнмен икән
Йөрәгемдең һиндә ҡалыуын,
Ғүмер үткән һайын мин нығыраҡ 
Һағынамын һине ауылым.

Яҙмышымда күрҙем күкрәүен дә
Күрҙем йән тетрәткес дауылын,
Юлым ҡайҙа ғына юлыҡһа ла
Онотманым һине ауылым.

Юҡҡамы ни һиңә ашҡыныуым,
Хис ҡуҙында баҙрап яныуым,
Әсәм элгән сәңгелдәгем һиндә,
Атам йорто һиндә ауылым.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Онотманым һине ауылым" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен