ГлавнаяИсполнителиБиктимерова ГульназБәхет нурым
название:

Бәхет нурым


автор:

Биктимерова Гульназ


рейтинг: ★★★★★ / 4.9 / 892 просмотра
Һине күргәс таң атҡандай була,
Балҡып китә кинәт бар донъя.
Ник күрмәнем икән һине элек,
Ҡайҙа булдың,иркәм,һин ҡайҙа.

Бәхет нурым яҡты ҡояшым,
Һин бит минең йәнем-йәнәшем,
Йән йылыһы, наҙлы ҡарашың
Булһа икән ғүмер юлдашым.

Кәйефтәрен әгәр боҙолһа,
Болоттарға кереп юғалһа,
Болот таратырмын ел булып,
Ҡояшым янымда һин булһаң.

Һин бәхет нурым, бәхет нурым

Һине күргәс таң атҡандай була,
Балҡып китә кинәт бар донъя.
Ник күрмәнем икән һине элек,
Ҡайҙа булдың,иркәм,һин ҡайҙа.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Бәхет нурым" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен