ГлавнаяИсполнителиПесня на слова моей мамы, исполняет Саид БилаловМөхәббәт урманы
название:

Мөхәббәт урманы


автор:

Песня на слова моей мамы, исполняет Саид Билалов


рейтинг: ★★★★★ / 5.5 / 1549 просмотров
МӨХӘББӘТ УРМАНЫ.

Йөрөйөм  әле, йөрөйөм,

Мөхәббәт  урманында.

Төрлө  яҡҡа киткән  һуҡмаҡ,

Торамын  уртаһында.

           Ҡайһы  һуҡмаҡты һайлаһам,

Һиңә  юлығыр юлым…

Йөрөр  инем шул  һуҡмаҡтан

Ҡулыңдан  алмай ҡулым…

           Ялан  ситендә ултыра

Матур  балан ҡыуағы.

Тәлгәштәре – ҡыҙыл  ирен,

Ут – ялҡындыр  ҡосағы.

            Өлгөргән  балан ҡыҙы  ла

Көтә  өзөр ҡулдарҙы.

Тылсымлы  һөйөү урманы

Сыуалтҡан  шул юлдарҙы.

            Һиңә  талпынған күңелде

Тыялмай  алға барам.

Мөхәббәтем  урманында

Һине  тапҡансы ҡалам.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Мөхәббәт урманы" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен