ГлавнаяИсполнителиФидан ҒафаровҺин - ғүмер ағыштарым
название:

Һин - ғүмер ағыштарым


автор:

Фидан Ғафаров


рейтинг: ★★★★★ / 4.8 / 846 просмотров
Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары,
Шулдыр инде яҙҙың ташып ярһыуҙары.
Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр,
Аҡты илап, икәү бергә һалған эҙҙәр.

Һин — ғүмер ағыштарым,
Һин — минең һағыштарым,
Һин — минең шатлыҡ инең,
Юғалтыу, табыштарым.
Һин — минең һағыштарым.

Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға,
Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға
Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да
Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.

Һин — ғүмер ағыштарым,
Һин — минең һағыштарым,
Һин — минең шатлыҡ инең,
Юғалтыу, табыштарым.
Һин — минең һағыштарым.

Мына инде тағы ергә ҡарҙар яуа,
Бөтөн нәмә туңған төҫлө ҡар аҫтында.
Аға һыуҙар, айҙар аға, йылдар аға,
Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында.

Һин — ғүмер ағыштарым,
Һин — минең һағыштарым,
Һин — минең шатлыҡ инең,
Юғалтыу, табыштарым.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Һин - ғүмер ағыштарым" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен