ГлавнаяИсполнителиВафа МәүлитовАтай менән бесәндә
название:

Атай менән бесәндә


автор:

Вафа Мәүлитов


рейтинг: ★★★★★ / 4.7 / 696 просмотров
Әминә Бикташева музыкаһы

Тирләп — бешеп бесән саптыҡ,
Атай менән туғайҙа.
Арыған беленә менәй,
Атай янда булғанда.

Тугайҙар ҙа салғы сыңы,
Яңғырап тора ине.
Бесән сапҡанымды ҡарап,
Атайым тора ине.

Күңелләнеп, бергә эшләп,
Йылдар һиҙҙермәй үткән.
Атайымдың ҡартайыуын
Һиҙмәй ҡалғанбыҙ икән.

Туғайҙар ҙа салғы сыңы,
Яңғырап торған кеүек.
Бесән сапҡанымды ҡарап,
Атайым торған кеүек.

Бала сағым, салғы сыңы,
Алыҫта ҡалған икән.
Атай менән бесән сабыу,
Иң бәхетле саҡ икән.

Туғайҙар ҙа салғы сыңы,
Яңғрап торһа ине.
Бесән сапҡанымды ҡарап,
Атайым торһа ине.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Атай менән бесәндә" ?
Ирек Агишев 20 ноя 22:35
Атай тураһында иң матур йыр. Ул йырҙы тыныс ҡына тыңлап булмай. Күҙҙәрҙә йәштәр эркелә. Рәхмәт был йырҙы сығарған кешегә.
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен