название:
автор:
Порт-Артур
автор:
Карауанһарай
рейтинг: ★★★★★ / 5.6 / 1559 просмотров
- Текст
- Открытка с текстом
Порт-Артур тигән таш ҡала Күп ҡалаға баш ҡала, Һары диңгеҙ буйҙарында Ҙур ҡаланан һанала. Дошмандарҙан уны яҡлап, Күп ирҙәр башын һала; Ирҙәр үлә, башын һала, Бөтмәҫ дандары ҡала. Ай-һай, Порт-Артур, Була торғайның матур. Япондар туп аталар, Порт-Артурҙы ваталар. Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ Тилмерешеп яталар. Диңгеҙ өҫтө ҡып-ҡыҙыл ҡан, Эркелеп үлек аға; Ирҙәр үлә, башын һала, Бөтмәҫ дандары ҡала. Ай-һай, Порт-Артур, Була торғайның матур. Порт-Артур тигән таш ҡала Күп ҡалаға баш ҡала, Һары диңгеҙ буйҙарында Ҙур ҡаланан һанала. Дошмандарҙан уны яҡлап, Күп ирҙәр башын һала; Ирҙәр үлә, башын һала, Бөтмәҫ дандары ҡала.
А как ты думаешь, о чем песня "Порт-Артур" ?