ГлавнаяИсполнителиНеизвестен"Өмөт өҙмәй"
название:

"Өмөт өҙмәй"


автор:

Неизвестен


рейтинг: ★★★★★ / 5.1 / 1136 просмотров
"Өмөт өҙмәй"
Рәил Игеҙбаев һүҙҙәре
Dj Cookie "Fly on the wings of love"

1. Һәр саҡ дәртле, йөҙө бик яғымлы,
Күҙҙәрендә - осҡон, нур балҡый.
Бер ҡарауҙа һине утҡа һала,
Күңелеңде сихри көс арбай.

Ҡушымта:
Бер көн үтеп, икенсеһе етә,
Көн артынан айҙар үтәләр.
Күп егеттәр йоҡоһон ҡалдырып,
Тилмерешеп уны көтәләр.

2. Ҡояш хатта көнләшеп үк ҡарай,
Ай ҙа төндә уй-хискә бата.
Төшөндә лә йылмаялыр ул,
Тигән уйҙа алһыу таң ата.

Ҡушымта: шул уҡ

3. Үҙе ул - бер ябай ауыл ҡыҙы,
Оҡшай миңә һылыуҡай-сибәр.
Өҙҙөрөп тә бейей, матур йырлай,
Ғашиҡ булдым уға, мин йүләр.
Оло бәхет - яҡын дуҫы булыу,
Ҡыуанысым эсемә һыймай.
Һөйөү уттарында дөрләп янам,
Тик һылыуҡай бер ни ҙә һиҙмәй.

Ҡушымта:
Бер көн үтеп, икенсеһе етә,
Көн артынан айҙар үтәләр.
Күп егеттәр йоҡоһон ҡалдырып,
Тилмерешеп уны көтәләр.
Бер-береһен ашыҡтырып елеп,
Айҙар үтә, йылдар үтәләр.
Күп егеттәр өмөт өҙмәйсә,
Һылыу ҡыҙҙы һаман көтәләр...

© 2008

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня ""Өмөт өҙмәй"" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен