ГлавнаяИсполнителиСмаков ИльфакИрәндек бөркөтө
название:

Ирәндек бөркөтө


автор:

Смаков Ильфак


рейтинг: ★★★★★ / 5.2 / 1220 просмотров
Һай!.. Иртәнсәкәй тороп, бер ҡараһам,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек  бөркөтө,
Һай!.. Саңҡ-саңҡ  итә Ирәндек  бөркөтө.

Һай!.. Иркәләрмен, тинем, кис килермен, тинем,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти,
Һай!.. Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти.

Һул битенән үҙен һурып үптем,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Ҡарттар беҙгә ҡарамай, йәнем, тип,
Һай!.. Ҡарттар беҙгә ҡарамай, йәнем, тип.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Ирәндек бөркөтө" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен