ГлавнаяИсполнителиАльберт СалауатовҺөйөү ялҡыны.(И.Яхин муз һәм аранж,Ф.Буляков
название:

Һөйөү ялҡыны.(И.Яхин муз һәм аранж,Ф.Буляков


автор:

Альберт Салауатов


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1398 просмотров
1. Күңелемдә тулай ҡарлы буран,
Йөрәгемде өтә һалҡыны.
Бер ҡарашың етә бары йәнгә
Дөрләтергә һөйөү ялҡынын.
Ҡушымта:
Араларҙы буран киҫкән саҡта,
Зая үткән көндө йәмләйем.
Йәнебеҙҙе беҙҙең бер итеүсе,
Бар итеүсе һөйөү, йәнкәйем.
2. Ҡарашыңдан йәнем ҡанатлана,
Күңелемдең ярһыу ут сағы.
Ғүмерлеккә йәнгә ялҡын бирер
Беҙҙең ҡабыҙған һөйөү усағы.
Ҡушымта:
Араларҙы буран киҫкән саҡта,
Зая үткән көндө йәмләйем.
Йәнебеҙҙе беҙҙең бер итеүсе,
Бар итеүсе һөйөү, йәнкәйем.
Йәнебеҙҙе беҙҙең бер итеүсе,
Бар итеүсе һөйөү, йәнкәйем.
3. Мөхәббәтең уты йөрәгемдә,
Ялҡынынан йәнә тереләм
Ҡараштарың ҡояш сатҡыһылай,
Шул нурҙарға ҡат-ҡат үреләм.
Ҡушымта:
Араларҙы буран киҫкән саҡта,
Зая үткән көндө йәмләйем.
Йәнебеҙҙе беҙҙең бер итеүсе,
Бар итеүсе һөйөү, йәнкәйем.
Йәнебеҙҙе беҙҙең бер итеүсе,
Бар итеүсе һөйөү, йәнкәйем.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Һөйөү ялҡыны.(И.Яхин муз һәм аранж,Ф.Буляков" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен