ГлавнаяИсполнителиГимн Йөрәк һүҙеТуган тел (Р. Гарипов - сл., И. Яхин - муз.)
название:

Туган тел (Р. Гарипов - сл., И. Яхин - муз.)


автор:

Гимн Йөрәк һүҙе


рейтинг: ★★★★★ / 5.1 / 1107 просмотров
Мин халҡымдың сәскә күңеленән 
Бал ҡортондай ынйы йыямын, 
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан 
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. 

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен: 
Бер телдән дә телем кәм түгел- 
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, 
Кәм күрер уны тик кәм күңел. 

Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле, 
Унан башҡа минең илем юҡ; 
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ, 
Иле юҡтың ғына теле юҡ! 

Әсәм теле миңә — сәсән теле, 
Унан башҡа минең халҡым юҡ, 
Йөрәгендә халҡы булмағандың 
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Туган тел (Р. Гарипов - сл., И. Яхин - муз.)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен