ГлавнаяИсполнителиЛилиә БукееваҠалмаһын күңелдәр аҙашып
название:

Ҡалмаһын күңелдәр аҙашып


автор:

Лилиә Букеева


рейтинг: ★★★★★ / 5.2 / 1228 просмотров
Риф Арыҫлан көйө  Рәмзинә Тимерова һүҙҙәре

Тағын яҙҙар килер, сыйырсыҡтар ҡайтыр,
Ояларын парлап ҡорорҙар.
Ямьле яҙға һөйөнөп, таң нурына койоноп,
Бер туҡтамай һайрап торорҙар.

Ауылдарҙы ярып, ҡаңғылдаша пары,
Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр парлашып.
Уйым ғүмер теләп, ҡуймаһын кәртәләр,
Күңелдәр ҡалмаһын аҙашып.

Гөрләүектәр ағыр, ер киң һулыш алыр,
Умырзая һуҙар һабағын.
Ел-дауылдар өйҙән, диңгез-тауҙар киҫер,
Ҡуҙғатыр хистәрҙе һағыш-моң.

Ауылдарҙы ярып, ҡаңғылдаша пары,
Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр парлашып.
Уйым ғүмер теләп, ҡуймаһын кәртәләр,
Күңелдәр ҡалмаһын аҙашып.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Ҡалмаһын күңелдәр аҙашып" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен