ГлавнаяИсполнителиНеизвестенБеҙ һуғышҡа ингәндә
название:

Беҙ һуғышҡа ингәндә


автор:

Неизвестен


рейтинг: ★★★★★ / 4.8 / 781 просмотр
Беҙ һуғышҡа ингәндә,
Бәхилләштек барыбыҙ.
Беҙ һуғыштан сыҡҡанда,
Алдан сыҡты даныбыҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!
 
Француздар килеп ингән
Мәскәү тигән ҡалаға.
Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас,
Сығып ҡасты далаға.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!
 
Француздар танынылар
Әрәсәйҙә үҙҙәрен.
Урыҫ, башҡорт ҡыҫмаҡлағас,
Табалмайҙар эҙҙәрен.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!
 
Мәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижде лә күрҙек беҙ.
Француздарҙы еңгәндә,
Ер емертеп йөрөнөк беҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Беҙ һуғышҡа ингәндә" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен