ГлавнаяИсполнители"Ҡош юлы"нан Айнур ИҡсановҠанатлы аттар
название:

Ҡанатлы аттар


автор:

"Ҡош юлы"нан Айнур Иҡсанов


рейтинг: ★★★★★ / 5.1 / 1107 просмотров
Бар күкте яулаған
Болоттар ғәскәре,
Ер йөҙөн ҡаплаған
Алһыу ут сәскәһе.
Бер тупраҡ ҡалмаған
Баҫырға, атларға, – 
Менегеҙ, менегеҙ
Ҡанатлы аттарға!

Йәшендәр ташлаған
Утын ер йөҙөнә,
Йәмле йәй юғалған
Тутыҡ бер көҙөндә.
Иреклек, иркенлек – 
Ете күк ҡатында – 
Йыһанға менегеҙ
Һеҙ толпар атында!

Күктәрҙән атыла
Ямғырҙың уҡтары,
Күкрәккә ағыла
Ағыулы һуттары.
Йөрәккә ни ҡала? – 
Ялҡынға батырға! – 
Менегеҙ, менегеҙ
Ҡанатлы аттарға!

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Ҡанатлы аттар" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен