ГлавнаяИсполнителиИлнур НазаровҒүмер япраҡтары ҡойола... (Риф Арыҫлан йыры)
название:

Ғүмер япраҡтары ҡойола... (Риф Арыҫлан йыры)


автор:

Илнур Назаров


рейтинг: ★★★★★ / 4.7 / 720 просмотров
Көҙгө үкһеп ҡара болот илай,
Ҡайын япраҡтары ҡойола,
Берәм-берәм ергә төшөп ята,
Тупраҡ ҡуйынына һыйына.

Ҡайын япраҡтары түгел ғүмер,
Ғүмер япраҡтары ҡойола.
Һары ғына түгел, йәшелдәре,
Йәп-йәш ғүмерҙәр ник ҡыйыла?

Ер ҡуйынында ҡайын япраҡтары
Ҡышты ҡаршыларға йыйына.
Шуға, ахыры, ҡара болот илай,
Йөрәктәргә һағыш уйыла.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Ғүмер япраҡтары ҡойола... (Риф Арыҫлан йыры)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен