название:
автор:
Һин һорама һөйәһеңме тиеп, Мөхәббәтем
автор:
Гульсум Бикбулатова и Идель Нургалин
рейтинг: ★★★★★ / 5 / 1015 просмотров
- Текст
- Открытка с текстом
Һин һорама хәлең нисек тиеп, Йәшәйем мин сабыр итә-итә. Белгең килһә минең хәлгенәмде, Күҙҙәремә ҡара - шул да етә. Һин һорама һағындыңмы тиеп, Йөрәк һаман осрашыуҙар көтә. Белгең килһә минең һағышымды, Күҙҙәремә ҡара - шул да етә. Һин һорама һөйәһеңме тиеп, Мөхәббәтем йөрәгемде өтә. Белгең килһә минең һөйөүемде, Күҙҙәремә ҡара - шул да етә.
А как ты думаешь, о чем песня "Һин һорама һөйәһеңме тиеп, Мөхәббәтем" ?