ГлавнаяИсполнителиАльбина ХәкимоваЗамана таҡмаҡтары
название:

Замана таҡмаҡтары


автор:

Альбина Хәкимова


рейтинг: ★★★★★ / 5.1 / 1102 просмотра
Замана ауыр тимә әле,
Башыңды эймә әле.
Ауыр булһала матур ул,
Бу донъя тигәндәре.

Ауырлыҡҡа баш эйәрлек,
Егет түгел әле беҙ.
Ауырлыҡтың матурлығын,
Таба торған мәле беҙ.

Уйна әле, йырлайыҡ беҙ,
Матур ҡыҙҙар моңланһын.
Моңһоҙҙар бер моңланһын да,
Күңелдәре һыҙланһын.

Йырлайыҡ беҙ бабайҙарҙан,
Дәртләнеп торһон әле.
Әбейҙәре, йәш ҡыҙҙарҙан,
Көнләрлек булһын әле.

Яртышып көнләшеүҙәр,
Ҙур ғонаһ түгел бит ул.
Ҡыҙҙарға ла ҡыҙығалыр,
Ҡартаймай күңел бит ул.

Замана ауыр тимәйек беҙ,
Уйнайыҡ беҙ, көләйек.
Ике тапҡыр йәшәмәйбеҙ,
Ҡәҙерен беләйек әле.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Замана таҡмаҡтары" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен